Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә. Илдең иң ҙур сәйәси сараһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яуаплы кампанияға бөтә республика әүҙем әҙерләнә. Ошо көндәрҙә бюллетендәр һайлау участкаларына таратыласаҡ. Туймазы ҡалаһында әҙерлек менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Туймазы ветерандары ғәрәп теле дәрестәренә аҙна һайын йыйыла. Был төркөм дин нигеҙҙәрен өйрәнһә, икенселәре сәйлән үрә, өсөнсөләре шахмат уйнай. Ҡыҫҡаһы, өлкән йәштәгеләр өсөн күңелгә ятҡан шөғөл күп. Был аҙнала иһә ошо уҡ төркөм менән һайлауға бармаҡсылар. Гражданлыҡ позицияһын белдереү - намыҫ талабы, ти совет заманы вәкилдәре.
Быйылғы һайлау кампанияһы бюллетендәре элеккеләренән айырыла. Беренсенән, улар ҙурыраҡ, икенсенән, һаҡлау тәртибе ҡәтғиләштерелгән. Һайлауҙың тәүге ике көнөндә йыйылған бөтә рәсми ҡағыҙҙар ҙа махсус сейф-пакеттарҙа һаҡланасаҡ.
Һайлау участкалары ла кампанияға әүҙем әҙерләнә. Туймазыла уларҙың береһе ҡаланың иң боронғо 1-се мәктәбендә урынлашасаҡ. Белем биреү учреждениеһы һайлау алдынан өҫтәмә видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Инвалидтар өсөн пандус бар. Ә уҡыусылар өсөн 15 март - уҡыу көнө. Тик программа башҡа буласаҡ.
Һайлауға тиклем 3 көн ҡалды. Гражданлыҡ бурысын өйҙән ситтә лә үтәргә мөмкин. Һайлау участкаһын үҙгәртеү өсөн заявка тапшырыуҙың бөгөн һуңғы көнө.
Рәзилә Ғиниәтуллина