15 марттан 17-һенә тиклем Рәсәйҙә ил президентын һайлау үтәсәк. Тауыш биреүҙең ике төп формаһы ҡулланыла - махсус билдәләнгән һайлау участкаларында һәм өйҙә тауыш биреү мөмкин. Дистанцион электрон һәм ваҡытынан алда тауыш биреү Башҡортостанда ҡулланылмай. Республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мөһим сәйәси ваҡиғаны лайыҡлы кимәлдә үткәрергә тигән бурыс ҡуйҙы. Шулай уҡ онлайн форматта үткән кәңәшмәлә республикала башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен булдырыу, төбәк мәктәптәрендә туҡланыу системаһын камиллаштырыу, йәмәғәт транспортын яңыртыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Аҙналыҡ бурыстар тураһында тулыраҡ Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Был аҙнала илдә мөһим сәйәси ваҡиға көтөлө - Рәсәй халҡы ил Президентын һайлай. Яуаплы кампания өс көн дауам итә, ошо осорҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске һигеҙгә тиклем һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлегенә эйә.. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр яңы субъекттарҙың һайлау участкаларында һәм шулай уҡ хәрби частарҙа булдырылған өҫтәмә участкаларҙа тауыш бирә ала. Башҡортостан етәксеһе һәр һайлау участкаһында халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш, тип белдерҙе.
Ҡурай - Башҡортостан символдарының береһе, уның сәскәһе республиканың дәүләт флагында ла һүрәтләнгән. Ә милли инструменттың моңо башҡа уйын ҡоралдарынан айырылып тора. Бынан ары Республика көнө уңайынан байрам сәхнәһен Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле сығышы биҙәйәсәк. Оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте, мәҙәниәт министрлығына тейешле йөкләмә бирелде. Кәңәшмәлә шулай Хөкүмәт ағзалары Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылырға тейеш, тип билдәләнде.
Башҡортостанда федераль программа буйынса 250 урта һәм бәләкәй класлы автобус һатып алынды, ошо арала уларҙың барыһы ла республика ҡалаларына һәм ауылдарына йүнәлтеләсәк. Йәмәғәт трнспортын яңыртыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу дауам итә, быйыл республика юлдарына тағы ла ҙур класслы автобустар сығыр тип көтөлә.
Быйыл респубикала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы эшләүенә 10 йыл. Ошо осорҙа Башҡортостан буйынса 5 мең проект тормошҡа ашырылған, бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан өс миллиард ярым һум күләмендә аҡса бүленгән. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова программаны тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Сығымдар башлыса мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереү, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү, юлдар һалыу өсөн тотонолған. Прогаммала Илеш, Ишембай, Баймаҡ, Өфө райондары айырыуса әүҙемлек күрһәткән.
Республика мәктәптәрендә ниһайәт туҡланыу системаһы яйға һалынды, артабан биналарҙы төҙөкләндереү мөһим тип белдерҙе республика башлығы оператив кәңәшмәлә. Мәктәптәргә капиталь ремонт федераль программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, уның сиктәрендә быйыл Башҡортостанда 31 мәғариф учреждениеһын төҙөкләндереү күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова