Уҙған оҙайлы ял көндәрендә республика юлдарында 235 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Өҫтәүенә, 8 март - байрам көнөндә автомобилгә эскән килеш ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән осраҡтар ҙа теркәлгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Туймазыла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә инспекторҙар 13-сө модель ВАЗ автомашинаһы водителен туҡтата. Иҫерек автоледи өйҙә ике йәшлек һәм ун айлыҡ балаларын үҙҙәрен ҡалдырып руль артында магазинға өҫтәмә спиртлы эсемлек артынан юлланған. Ҡатынға 30 мең һум күләмендә штраф һалынған, ул йыл ярымға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Осраҡ менән башҡа органдар ҙа ҡыҙыҡһынасаҡ.
Егет әсәһенә шылтырата.Инспекторҙар шик тыуҙырған КИО-РИО автомобиленә 17 йәшлек егет идара итеүе асыҡлана. Был хәлгә ҡарата административ эш асылған. Артабан тикшерең өсөн ул бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ебәреләсәк. Осраҡ буйынса үҫмерҙең ата-әсәһенә лә яуап бирергә тура киләсәк.
Байрам көндәрендә юлдарҙа ҡатын-ҡыҙ инспекторҙар ҙа эшләне. Улар иғтибарынан бер генә закон боҙоу осрағы ла ситтә ҡалманы. Бәләбәйҙә йәшәүсе ир эскән килеш дуҫтарын ҡала ситенә алып сығырға ҡарар иткән. Хәүефле сәфәргә инспекторҙар юл ҡуймай
Ял көндәрендә республикала «Айыҡ водитель» тип аталған иҫкәртеү саралары уҙҙы. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 4200-ҙән ашыу осрағын асыҡланы, 235 иҫерек водителде ҡулға алды,транспорт саралары менән идара итеүҙән ситләштерҙе.Руль артына иҫерек килеш ултыған 12 водитель енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеү факттары шаһиттары тураһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линияһына, дәүләт автонинспекцияһының мессенджерҙарына хәбәр итергә мөмкин.
Гүзәл Борханова