Иглин районында «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә «Һуған традициялары» халыҡ байрамы үтте. Ғаилә йылында ойошторолған айыҡ сара хаҡында киләһе яҙмала.
Ҡалтыман ауылы Иглин районында тәүгеләрҙән булып һуған үҫтерә башлаған. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар тыуған ауылдарына Франциянан уның орлоҡтарын алып ҡайта. Уңған хужабикәләр был орлоҡтарҙы сәсеп йыл һайын мул уңыш ала. Иглин һуғаны совет осоронда күпләп экспортҡа оҙатыла, хатта алыҫ Кубала ла ҡулланылған.
Ҡалтыманда һуған байрамын үткәреү күптән матур йолаға әүерелгән. Иглин ерендә һуған етештереү серҙәре быуындан-быуынға еткерелеп килә. Ауыл халҡы был шөғөлдәренән ярайһы килем дә ала. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ойошторолған «Һуған яҙы - 2024» дефилеһы һәр кемгә оҡшаны.
Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсының төбәк этабы финалсылары республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 200-шәр мең һум гарантияланған түләү аласаҡ. Ауыл халҡының республика этабында еңеүгә ышаныстары ныҡлы. Сөнки ҡалтымандарҙың һәр кемде айыҡ һәм һау-сәләмәт итеп күргеһе килә.
Гүзәл Борханова