Йәкшәмбе кис ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты

Изге ғәмәлдәр айы. Йәкшәмбе кис ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Быйыл ул 10 апрелгә тиклем дауам итә. Ай дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш. Әммә Рамаҙан айының мәғәнәһе бының менән генә сикләнмәй. Күңелдәрҙе сафландырған айҙа мөьминдәр изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға күберәк ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы, ти диндарҙар.