Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – “Рәхмәт” акцияһы ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһына килергә, ирекмәндәрҙән беләҙек һәм QR-код алырға кәрәк. Һуңғыһын рахмат102.рф сайтына сканерлап ебәрергә кәрәк. Еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттар һәм велосипедтар, телевизорҙар, самокат һәм велосипедтар бар.