Федераль мәғариф һәм фәнде күҙәтеү хеҙмәте акция иғлан итте. Уның барышында Башҡортостанда киләһе аҙнала сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә тарих буйынса имтихан тапшырырға тәҡдим ителә. Быйыл был фәнде 2 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ һайлаған. “Бергәләп тапшырабыҙ” тигән акцияла власть вәкилдәре, артистар, блогерҙар һәм журналистар ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан заявка ебәрергә кәрәк.