Республикала водителдәр йыш боҙған ҡағиҙәләр асыҡланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре февралдә фото- һәм видеокамералар аша теркәлгән етешһеҙлектәр статискаһы менән таныштыра. Күп водителдәр тиҙлекте арттырырға ярата. Ай дауамында ошондай 208 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған. Светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткәндәр йыш теркәлгән, шулай уҡ стоп-һыҙат аша үткәндәр видеокамераға эләккән.