Башҡортостанда Президент һайлауына 2 миллион 994 мең бюллетень әҙерләнгән

Оператив кәңәшмәлә мөһим сәйәси кампанияны үткәреү мәсьәләһе ҡаралды. Һайлау бюллетендәренең бер өлөшө башҡорт һәм татар телдәренә тәржемәлә баҫылған. Республикала 3 мең 308 участка һайлау комиссияһы ойошторолған. Биналар видеокүҙәтеү йәки видеотеркәү системаһы менән йыһазландырылған. Төбәктә өс аҙна дауамында һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттар буйлап йөрөп тауыш биреү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Халыҡтың 93 проценты һайлауға килергә теләк белдергән. Рәсәй президенты өсөн тауыш биреү өс көн бара – 15, 16 һәм 17 мартта үтә.