Илдә социаль газификация программаһы өсөн миллиард һум бүленде. Аҡса 57 төбәккә тәғәйенләнә, уның 60 миллион һумға яҡынын беҙҙең республика ала. Программала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләр ҡатнаша. Субсидия суммаһы кәмендә 100 мең һум була.