Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын ваҡытында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа ошондай эш даими алып барыла. Бысраҡ боҙ тиҙерәк ирей. Был тығындарҙы кәметергә ярҙам итә. Бөгөнгә 2 мең 300 квадрат метрҙа ошо эш башҡарылған. Быйыл ташҡындың ғәҙәттәгенән көслөрәк булыуы көтөлә.