Башҡортостанда “яңы быуын” ауылдарын булдырыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар

Atlas консалтинг бюроһы уңайлы йәшәү мөхите буйынса рейтинг әҙерләгән. Белгестәр 26 төбәкте баһалаған. Исемлектә беҙҙең республика тәүге бишәү араһына индерелгән. Башҡортостанда агросәнәғәт тармағында ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла һәм етештереү ҡеүәте һаҡлана. Яңы быуын ауылдарына килгәндә, бында халыҡ һәм туристар өсөн уңайлы шарттар булдырылырға, эш урындары асылырға тейеш.