Башҡортостандан Донбасҡа ебәрелгән гуманитар конвойға дошман дрондары һөжүм иткән

Шартлауҙан һуң, йөк машинаһы юлын дауам итә алмаған. Был турала махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ ирке менән хеҙмәт итергә юлланған Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Алексей ЛокОтченко хәбәр итте. Уның етәкселегендәге оператив төркөм ғәҙәттән тыш хәл урынына барған. Яугирҙар зыян күргән йөк машинаһын һәм уның эсендәге гуманитар ярҙамды эвакуацияларға ярҙам иткән.

Бөтә республика халҡы йыйған гуманитар ярҙамды яугирҙар көтә. Шуға ла уны еткереүгә бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

«Радий» ҡушаматлы яугир

Йөк машинаһы, ғөмүмән, бөтөн. Яғыулыҡ системаһын ремонтлаһаҡ, транспорт хәрәкәттә буласаҡ. Йәрәхәт алыусылар юҡ, бөтәһе лә иҫән. Беҙҙең өсөн борсолоусыларға рәхмәт.

Фәрит Ғүмәров, Дәүләт йыйылышы - ҡоролтай комитеты рәйесе