Федоровка районы Батыр ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе

Улар район исеменән республика күләмендә сығыш яһаясаҡ. Конкурс сиктәрендә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Айыҡлыҡ сараһына Батырҙар етди әҙерләнгән. Мәҙәниәт йорто алдында ойоштороған бай йәрминкә ауылда уңған, бөтмөр хужалар йәшәүе хаҡында һөйләй. Гүзәл Сәғитова йәшелсәселек буйынса алдынғы булһа, Гөлшат Ильясова иһә һыйыр итенән ярымфабрикаттар, Гөлнара Аҡсурина ҡулдан ҡырҡылған туҡмас тәҡдим итте.

Ауыл боронғо кәсеп бал ҡорттары тотоусылар менән дә данлыҡлы. Гөлназ менән Дамир Хәлитовтарҙың башҡорт балына арналған мөйөшөн сарала ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып өйрәнде, татлы һәм шифалы ризыҡтан ауыҙ итте. Уңған хужабикә Гөлнур Әлимғужина ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар, үлән сәйе менән һыйланы.

Хәлисә менән Миҙхәт Багаевтар Батыр ауылында өлгөлө, татыу һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаилә. Бөтмөр һәм ҡунаҡсыл хужалар үҙ йортонда үҙенсәлекле музей булдырған. Музейҙа Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының үҙ ҡулдары менән эшләнгән милли кейем һәм биҙәүес өлгөләре менән танышырға мөмкин ине.

Батыр ауылынан милли көрәш буйынса 11 спорт мастеры сыҡҡан. Айыҡлыҡ сараһына милли көрәш буйынса донъя чемпионы Рәдиф Аҡсуриндың килеүе мәртәбә өҫтәне. Ҡар өҫтөндә көрәштә Финсур Ҡантимеров еңеүсе булды.

Ауылдаштар уғатар конкурсында ла әүҙем ҡатнашты.

Айыҡ байрамды йомғаҡлау сараһы ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Ҙур сәхнәлә Батыр ауылында ярты быуат бергә йәшәүсе өлгөлө ғаилә башлыҡтары Фәриҙә һәм Хәсән Ильясовтар тәбрикләнде. Ильясовтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Батырҙар насар ғәҙәттәргә юл ҡуймаҫҡа, йола, ғөрөф-ғәҙәттәр аша сәләмәт йәшәү рәүешен артабан да дауам итергә һүҙ бирҙе.

Гүзәл Борханова