Республикала “Халыҡ берҙәмлеге” форум-концерты уҙҙы

Тамаша илдең төрлө төбәктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән ойошторолдо. Төп майҙансыҡ Волгоградта урынлашты. Ҡаланан сәйәси фирҡә рәйесе Дмитрий Медведев тамашасыларға мөрәжәғәт итте. Өфөлә үткән сара сәйәсмәндәр сығышы һәм танылған артистар йырҙары һәм бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Халыҡ программаһын ҡабул итте. Бында 2,5 миллиондан ашыу тәҡдим индерелгән. Башҡортостанда Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 23 федераль һәм 15 төбәк проекты эшләп килә.