Ошо маҡсатта «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә яҡынса 386 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Йәмәғәт биләмәһендә көтөлгән үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнән Арыҫлан Ғәлиәхмәтов ғаиләһен төшкө ашҡа мангалда ҡыҙҙырылған ит менән ҡыуандырырға була. Урмансылар паркына яңғыҙы килеп, саф һауала ваҡытын файҙалы үткәрә. Тәбиғәт ҡосағында айырыуса шешлек тәмле килеп сыҡҡан.
Тиҙҙән пикник зонаһында күләмле төҙөкләндереү эштәре көтөлә. Булған мангалдарҙы уңайлы ял урындары менән сауҙа киосктары алмаштыра. Бынан тыш, Урмансылар паркында йәйәүлеләр һуҡмағын яңыртыу ҡаралған, велосипедта йөрөү өсөн юл һалына. Төҙөлөш проекты халыҡ менән осрашыуҙарҙа раҫланған. Йәмәғәт биләмәһе - ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял урыны һанала, бында саңғыла йүгереүселәр ҙә, скандинав таяғы менән йөрөп, сәләмәтлеген нығытыусылар ҙа күп.
Парк 100 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Иртәнән кискә тиклем биләмәнән халыҡ өҙөлмәй, һәр ағасҡа тиерлек эленгән тағараҡтар - ял урынындағы тереклеккә ҡарата хәстәрлек билдәһе. Төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, улар тәбиғәткә зыян килтермәй башҡарыласаҡ, ағастар һаҡлап ҡалына. Үҙгәртеп ҡороласаҡ объекттар иһә билдәле, әйтәйек, спорт майҙансығын хәүефһеҙлек талаптарына тура килтереү планлаштырыла.
Йәмәғәт биләмәһендә балалар ҡаласығы ла бар. Уйын ҡорамалдары иҫкереү сәбәпле, яңыларына алмаштырыу ҡаралған, тау-бәүелсәктәрҙең тәбиғи материал - ағастан яһалыуы урманға йәм өҫтәр тип көтөлә.
Паркта төҙөкләндереү эштәре башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалған. Әле подрядсы компанияны билдәләү буйынса конкурс һөҙөмтәләре асыҡлана.
Быйыл «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла 122 йәмәғәт биләмәһе заманса төҫ аласаҡ. Ҡалаларҙа 67 проект тормошҡа ашырылһа, ҡалғаны ауылдарға тура килә. Дөйөм сығымдар 1 миллиард 174 миллион һум тәшкил итәсәк. Төҙөкләндереләсәк барлыҡ объекттар халыҡтың тауыш биреү рейтингы һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған.
Гөлназ Хәйбуллина