Шартлауҙан һуң, йөк машинаһы юлын дауам итә алмаған. Был турала беҙҙең каналға биргән эксклюзив интервьюһында Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай комитеты рәйесе республика ылауын оҙатып барған булған. Үҙ ирке менән хеҙмәт итергә юлланған депутат Алексей Локотченко етәкселегендәге оператив төркөм ғәҙәттән тыш хәл урынына барған. Яугирҙар зыян күргән йөк машинаһын һәм уның эсендәге гуманитар ярҙамды эвакуацияларға ярҙам иткән.