Өфөлә мутлашыусылар туғанының тауышына оҡшатып йәш белгестән аҡса урлаған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, полицияға 29 йәшлек инженер мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар компьютер программаһы аша бер туған апаһының тауышын ҡулланып аҡса күсерергә үтенгән. Егет банк иҫәбенә 24 мең һум ебәргән. Аҙаҡ асыҡланыуынса ҡатын-ҡыҙҙың шәхси сәхифәһе урланған булған. Полиция туғандар йәки дуҫтар интернет аша аҡса һораған ваҡытта башта шылтыратып белешергә кәңәш итә.