Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә беренсе урынға сыҡҡан. “Дуҫлыҡ”, “Илһөйәрлек”, “Ныҡлы ғаилә” һәм башҡа йүнәлештәрҙә проекттар тәҡдим ителгән. Конкурста музейҙар, китапханалар, спорт клубтары, балалар һәм йәштәр ойошмалары әүҙем ҡатнашҡан. Былтыр Башҡортостандан 28 проект 62 миллион һумға лайыҡ булды.