Профилактик айлыҡ башланды. Уның барышында тимер юл аша үтеү ҡағиҙәләре тикшерелә. Шлагбаум ябылғанда йәки светофорҙа ут тоҡанғанда, поезд үтеп киткәнен көтөү мөһим. Талапты боҙған водителгә 5 мең һум штраф һалына йәки 6 айға тиклем таныҡлыҡ тартып алыныуы ихтимал. Күптән түгел Стәрлетамаҡта тимер юл аша үткән урында тепловоз ашығыс ярҙам машинаһын бәрҙерҙе.