Башҡортостанда быйыл яңы 450 юл яны сервисы объекты төҙөлә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан был йүнәлештә әүҙем эш алып барыла. Былтыр 304 объект төҙөлдө һәм шул сама төҙөкләндерелде. Бындай инвестиция проекттары өҫтөнлөклөләр исемлегенә лә индерелгән. Дүрт йыл элек республикала Юл яны сервисин үҫтереү концепцияһы ҡабул ителде.