Башҡортостанда “Таҙа ил” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы төбәктәр рейтингын иғлан итте. Беҙҙең республика юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр исемлегенә индерелгән. Былтыр “Таҙа ил” проекты буйынса былтыр Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлдө. Бының өсөн 2 миллиард һум тотонолдо.