"Макулатура тапшыр - ағасты ҡотҡар"

Республикала шулай тип аталған экология марафоны уҙғарыла. Акция 8 апрелдә башлана. Ҡатнашыусыларға 300 килограмдан ашыу макулатура йыйырға кәрәк. Еңеүселәр өсөн бүләктәр ҡаралған, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.