Саҡмағош районында махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үтте

Саҡмағош районының тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үтте. Сара картиналар галереяһында йылы осрашыуҙан башланды. Әсәләрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Шакирова тәбрикләне. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов батыр яугирҙарҙың яҡындарына гөлләмәләр бүләк итте.

Артабан ҡатын-ҡыҙҙар музейҙа урынлашҡан кейеҙ баҫыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Һәр кем үҙен боронғо кәсеп буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә һынап ҡараны. Библиотерапия бүлмәһендә иһә тәрбиә ысулдарының алдынғы ҡаҙаныштары менән танышыу мөмкинлеге булдырылды. Иҫтәлекле осрашыу байрам табынында дауам итте.