Баш ҡаланың үҙәгендә ҡоралай йөрөгән

Хайуанды бөгөн иртәнсәк баш ҡала халҡы Коммунистик-Цюрупа урамдары киҫелешендә күрә. Маяковский скверы яғына йүгергән ҡоролайҙы үтеп барыусылар видеоға төшөргән. Яҙма шунда уҡ интернет селтәрҙәренә тарала. Әйтегә кәрәк, тап ошо, ярайһы уҡ һаҡ һәм ҡурҡаҡ ҡырағай хайуандың кеше йәшәгән ергә яҡын килеүе тураһындағы видеояҙмалар социаль селтәрҙәрҙә һуңғы ваҡытта йыш күренә.