Һуңғы биш йылда, ысынлап та, Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлегенең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Ошо ваҡыт эсендә төбәккә 2 триллион 300 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған «Инвестиция сәғәте»ндә билдәләнде.
Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева республикала инвесторҙар менән эшләү буйынса уңышлы тәжрибә тупланыуына, милли рейтингта Башҡортостандың дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелеүенә айырым туҡталды. Эшлекле осрашыуҙа башҡорт-белорус индустриаль-инвестиция кластеры булдырыу мөмкинлектәре лә ҡаралды.
«Инвестиция сәғәте»ндә «Өфөоргсинтез» компанияһына ҡараған проектты өҫтөнлөклөләр рәтенә индереү мәсьәләһе хупланды. Уға ярашлы, предприятиены техник ҡорамалдар менән байытыу күҙаллана. Шулай уҡ кәңәшмәлә Белоруссиянан «Амкодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өс инвестиция проекты ҡаралды. Уларҙың береһе былтыр тормошҡа ашырылды, «Өфө» индустриаль паркында урынлашҡан комплекста игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештерелә, яңы продукттарға инвестициялар ағымы дауам итәсәк. Икенсе проект - производство-сервис үҙәге, унда Башҡортостанда эшләгән машиналар хеҙмәтләндереләсәк. Өсөнсө башланғысҡа килгәндә, республика биләмәһендә махсус техника сығара башлар тип көтөлә.
Кәңәшмәлә Баймаҡ районындағы күл биләмәһендә ғаилә ял базаһын булдырыу буйынса проект та ҡаралды. Былтыр туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыс федераль грантҡа ла лайыҡ булған. Глэмпингты быйыл файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.