Өфөлә Президент һайлауҙарына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы

Республика һайлауға әҙер тип иҫәпләйбеҙ. Был турала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Бөгөн «Башинформ» агентлығында Президент һайлауҙарына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Бюллетендың өлгөһө. Унда мотлаҡ йәшел төҫтәге сетка һәм махсус марка булырға тейеш. Өҫтәүенә, комиссия ағзаларының ҡултамғалары һәм мисәт ҡуйылыуы ла - төп шарт. Башҡортостанда барлығы 3 миллионға яҡын бюллетень баҫтырылған.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса, бюллетендәрҙең 12 проценты, йәғни 360 меңгә яҡыны башҡорт телендә баҫтырылды. Улар башлыса туған телдә һөйләшкән райондар буйлап таратылды.

Марина Долматова, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары

Һайлауҙың өс көн дауам итеүен иҫәпкә алып, тәүге көндәрҙә тауыш биреүселәрҙең бюллетендәре махсус сейф-пакеттарҙа һаҡланасаҡ. Һайлау кампанияһы старт алғандан алып Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында төбәк контакт-үҙәге эшләй башланы. Уның телефон һандарын әле экранда күрәһегеҙ. Шылтыратыуҙар иртәнге 9-ҙан киске сәғәт алтыға тиклем ҡабул ителә. 8 800 200 00 20

Быйыл Башҡортостанда 3 мең 308 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәйҙә һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсуслаштырылған 5 һайлау участкаһы билдәләнгән. Төп яңылыҡтарҙың береһе - мобиль һайлаусы формаһын булдырыу торҙо. 11 мартҡа тиклем һәр гражданин үҙе теләгән участканы һайлай алды.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Шулай уҡ өйҙә тауыш биреү хоҡуғы ла бар. Бының өсөн үҙеңдең һайлау участкаһы комиссияһына мөрәжәғәт итеп ғариза ҡалдырырға кәрәк. Был хаҡта һайлаусының күршеләре йәки туғандары ла хәбәр итә ала. Бындай ғаризаны 17 март көндөҙгө икегә тиклем бирергә кәрәк.

Әлфинә Кидейәрова