Уның сиктәрендә 2023 йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм яңы маҡсаттар билдәләнде. Былтыр республика ҡаҙнаһы мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан 16 миллиард һумдан ашыу килем алған. Был 2022 йыл күрһәткестәренә ҡарағанда, 2 миллард һумға юғарыраҡ. Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, ҡуйылған бурыстарҙың күбеһе үтәлгән.
Улар араһында - граждандарҙың льготалы категорияларына ер участкалары биреү, мохтаждарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырыу, инвесторҙар менән эшләү тора. Һуңғыһы республика кимәлендә инвестицияларҙы йәлеп итеүгә ҙур өлөш индергән.