Өфөлә «Бейеү - халыҡ күңеле» халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале үтте

Рух һәм талант тантанаһы. Өфөгә «Бейеү - халыҡ күңеле» халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале сиктәрендә Надежда Надеждина исемендәге Дәүләт академия хореография ансамбле килде. Ижади коллектив сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә сығыш яһаны. Төрлө халыҡ бейеүҙәре оркестр башҡарыуындағы тере музыкаға оҙатылып барҙы. Тамашаны БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.

Концерт Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышынан башланды. Иң тәүҙә тамашасылар иғтибарына ижади коллективтың алтын фондына ингән «Гөлнәзирә» һәм «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре тәҡдим ителде. Әйтергә кәрәк, кисә генә ансамблдең юбилей концерты үтте, бөгөн иһә артистарҙың сираттағы тамашаһы. Үҙҙәре әйтеүенсә, бындай режимға улар йыл башынан уҡ әҙерләнгән.

«Березка» дәүләт академия хореография ансамбле Башҡортостанда тәүге тапҡыр түгел. Коллектив Өфө тамашасыһын ансамблдең йөҙөк ҡашына әүерелгән «Березка» бейеүе менән ҡыуандырҙы.

Мәскәү артистарын Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары аншлаг менән ҡаршы алды. Һатыуҙа билеттар бер нисә көн алдан уҡ бөткәйне. Тамаша аҙағында ике ансамбль дә хороводҡа ҡушылды.

Рух һәм талант тантанаһы, залдағы тынмаҫ алҡыштар - концерт сағыу, матур үтте. Ә иң мөһиме - бөгөн «Бейеү - халыҡ күңеле» хореография сәнғәте фестивале башланды. Уның сиктәрендә тағы ла бер нисә тамаша ҡаралған.

Рәзилә Ғиниәтуллина