Республика Профосоюздар федерацияһында әҙәби-музыкаль кисә үтте

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек. Республика Профосоюздар федерацияһында уҡыусылар, хәйриә фондтары тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн әҙәби-музыкаль кисә үтте. Хәйриә сараһын Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторҙо. Кисә барышында Мостай Кәримдең көндәлектәре һәм башҡа әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны. Әҙәби кисә композитор Урал Иҙелбаев ижад иткән милли көйҙәр менән оҙатылып барҙы.

Был сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүселәргә лә арналды. Әҙәби-музыкаль сара «Мөғжизәгә ышанам» тип атала, һәм был осраҡлы түгел. Кисәне Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл туласаҡ 105 йыллығына ла арнаныҡ.

Римма Кайбышева, Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостан бүлексәһенең әйҙәүсе белгесе

Кисә сиктәрендә Ғаилә йылы уңайынан фотокүргәҙмә лә асылды. Унда күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең фотоһүрәттәре менән танышырға мөмкин. Экспозиция март аҙағына тиклем эшләй. Ә кисә аҙағында залдағы балаларға Мостай Кәримдең китаптары бүләк ителде. Акцияны «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойошторҙо.