Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы үтте

Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы үтте. Һайлап алыу этабында еңеүселәр республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылды. Олимпиадала еңеү һәм призлы урындар яулаған уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә 10 балл алыу мөмкинлегенә эйә.

Аҡмулла олимпиадаһында быйыл 800-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. 8-11-се класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ойошторолған олимпиаданың икенсе этабына 179 кеше һайлап алынған.