Дауаханаларға бүләк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына файҙаланыуға яңы машиналар тапшырҙы. Һаулыҡ һаҡлау тармағы автопаркын яңыртыу сиктәрендә 163 автомобиль Башҡортостан район-ҡалаларына юлланды.
Машиналар стоматология поликлиникалары, ашығыс ярҙам хеҙмәте, медицина колледждары һәм балалар шифаханаларына файҙаланыуға тапшырылды. Тап ошо йүнәлештә эшләгән учреждениеларҙың автопаркы 90 проценҡа тиклем иҫке тип һанала.
Рәсәйҙә етештерелгән транспорт сараларын һатып алыу өсөн финанс ярҙам республика бюджетынан бүленгән. 39 Нива Тревел һәм 124 Лада Гранта машинаһы төбәктә медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырып, пациенттарҙың һәм табиптарҙың көндәлеген еңелләштерергә булышлыҡ итәсәк. Лада Гранта автомобиле салоны борт компьютер, кондиционер һәм башҡа уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Процедуралар үткәреү уңайлығы өсөн салон яһалма чехолдар менән һаҡлана.