Салауат районында йәшәүселәрҙе Яхъя участкаһында эзбизташ сығарыу һәм эшкәртеү, туймазыларҙы нефть ҡалдыҡтары менән бысранған ерҙәрҙе рекультивациялау мәсьәләһе борсой. Ошо һәм башҡа һорауҙар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән граждандарҙы ҡабул итеүҙә күтәрелде.
Күпселек мөрәжәғәттәр урында хәл ителһә, ҡайһы бер һорауҙар айырым контролгә алынды. Сара халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлау, бәйләнеш булдырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү маҡсатында үткәрелде.