Бөрйән районы Байназар ауылында «Урал аръяғы йәштәр йыйыны» үтте

Форумда курше-тирә райондарҙан делегаттар ҡатнашты. Йәштәр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, илһөйәрлек тәрбиәләү, экстремизмға юл ҡуймау, финанс грамоталылыҡ буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, Бөрйән оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты.Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Байназарҙағы йәштәр йыйыны «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған. Бөрйәндән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йәш килендәр, ҡыҙҙар берләшеп ҡул эштәре менән шөғөлләнә, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙә. Ир-егеттәр ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға мейестәр, мунсалар эшләй, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау ойоштора. Ғөмүмән, Байназар ауылында йәштәр берҙәмлеге, әүҙемлеге менән айырылып тора. Ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы ла, мәктәп директоры ла йәштәр, улар һәр башланғысты хуплап, күтәреп ала.

Шуға күрә «Урал аръяғы йәштәре йыйынын» да тап Байназар ауылында ойошторорға хәл ителә. Форумдың программаһы бай йөкмәткеле һәм фәһемле. Ул йәштәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһен дә, мәҙәни программаны ла, түңәрәк өҫтәлдәрҙе лә үҙ эсенә ала. Темалар бөгөнгө заман ихтыяжын иҫәпкә алып һайланған.

Форумда спикерҙар йәштәр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы, ташламалар, яҡташ геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү, махсус хәрби операцияға ярҙам тураһында һөйләне. Делегаттар фекеренсә, үҫеш өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мотлаҡ.

Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу тәҡдимен дә Байназарҙың йәштәре һәм тап ир-егеттәр күтәреп сыҡҡан. Улар ошо конкурс ярҙамында ауылда спорт майҙансығы төҙөү ниәте менән яна. ерле халыҡ фекеренсә, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау бик мөһим. Байназарҙа йәш ғаиләләр күп, ауыл йылдан-йыл үҫҫә, яңы урамдар ҡалҡып сыға.

Рәмзиә Кәримова