Йыйынтыҡ илдә билдәле археолог, тарих фәндәре кандидаты Анатолий Пшеничнюктың тыуыуына 85 йыл тулыуға һәм уның Филиппов ҡурғандарын тикшерә башлауына 35 йыл тулыуға арналған.
Беренсе бүлектә Пшеничнюк тураһында очерк-хәтирәләр: биографик мәғлүмәттәр, ғалимдың бала сағы һәм үҫмер йылдары тураһында очергы, уның коллегаларының, дуҫтарының хәтирәләре бирелгән. Ғалимдың Көньяҡ Уралда фин-уғыр археологияһының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә, иртә күсмә халыҡтар археологияһына, археология һәм этнография музейын булдырыуға индергән өлөшө асыла. Йыйынтыҡтың икенсе бүлеге фәнни мәҡәләләрҙән тора. Уларҙың төп темаһы булып Филиппов ҡаҙыныуҙарының Евразияның иртә күсмә халыҡтары археологияһы өсөн әһәмиәте, уларҙың элитаһы ҡомартҡыларын өйрәнеү тора.