Хәйбулла районында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Шәп егет» телевизион проекты уҙғарыла

Ауыл халҡына сәм, ҡот өҫтәүсе «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы тамам. Хәйбулланан быйыл Оло Әбеш ауылы район данын республика күләмендә яҡлаясаҡ. Оло Әбештәрҙең «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙғарылған «Шәп егет» телевизион проекты хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер һөнәрҙәр юҡҡа сығып, улар урынына яңылары килә. Шуға ҡарамаҫтан, Оло Әбештәр атай-олатайҙарҙан ҡалған боронғо кәсептәрҙе онотмаҫҡа, артабан да һаҡлап, йәштәргә өйрәтеп ҡалдырырға ынтыла.»Шәп егет» телевизион проектының маҡсаты - боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеү, киләһе быуындарға еткереү.

Оло Әбештә моң яратмаған, ҡурай һыҙҙыртмаған егет юҡтыр. Ә бына ҡурайҙы улар тәүге тапҡыр ауыл сәсәне һәм ҡурайсыһы Камил Илембәтовтан ҡарап эшләргә өйрәнде.

Телевизион проект ете көн дауам итте. Ауыл егеттәре ағас эшкәртеү һәм көндәлек тормоштағы башҡа кәрәкле һөнәрҙәргә ир-уҙаман, аҡһаҡал остаздарҙан өйрәнде.

Егеттәр аҙна эсендә ат егеү, быйма төпләү, ҡурай эшләү, арҡан ишеү, септә үреү, ағас һырлау, балта һаплау серҙәренә төшөндө.

Хәҙерге замандың тормош ҡанундары һәм йәшәү шарттары һәр кемдән етеҙлек, таһыллыҡ, яңы белем үҙләштереүҙе талап итә. Халыҡ мәҡәле менән әйткәндә, “Һөнәре барҙың - хөрмәте бар, һөнәре барҙың - ашы бар”.

Гүзәл Борханова