Бөгөн Рәсәй Президентын һайлау башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты. Тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын Башҡортостан башлығы үтәне.
Радий Хәбиров тормош иптәше Каринэ Владимировна менән Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлау өс көн дауам итә. Был сәйәси ваҡиға илебеҙ, уның киләсәге өсөн мөһим һәм хәл иткес әһәмиәткә эйә. Башҡортостан сәйәси кампанияны үткәрергә әҙер, тине Башҡортостан башлығы. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау участкаһы эшләй, тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың иҫәбе 2 миллион 887 мең.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында 2 мең 350 тауыш биреүсе теркәлгән. Ул төбәктәге иң ҙур һайлау участкаларының береһе. Бында һәр сәйәси компания байрамса шарттарҙа үтә. Был юлы ла һайлаусылар өсөн ҡул эштәре күргәҙмәһе, сәхнә оҫталарының сығыштары әҙерләнгән. Фойела уҡ халыҡты йыр-моң, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алалар. Тауыш биреүселәргә «Рәхмәт 2024» акцияһы сиктәрендә беләҙек һәм куаркод менән билет тапшырыла. Уның менән сайтта теркәлергә һәм үҙ даланыңды һынап ҡарарға, бүләк оторға мөмкин. Еңеүселәр өсөн фатир, автомобиль, ғаилә сәйәхәте кеүек приздар ҡаралған. Әммә тауыш биреүселәр әйтеүенсә, бүләктәрҙән дә бигерәк ошо тарихи ваҡиғала ҡатнашыу, дәүләтебеҙҙең киләсәк яҙмышына үҙ өлөшөңдө индереү мөһим.