Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған

Ғәҙәттәгесә, һайлауҙа ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған, 19 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә. Муниципалитта Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләй. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина Ейәнсура районы үҙәге - Иҫәнғолда эшләй.

Биләмәлә ете һайлау участкаһы ойошторолған, урындағы халыҡ мәҙәниәт йорто, мәғариф учреждениелары, физкультура һауыҡтырыу комплексына килеп тауыш бирә ала.

Һайлау участкалары иртәнге сәғәт һигеҙҙә асылды, һәр ҡайһыһында дәүләт Берҙәмлеге символдары Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Иң беренсе булып тауыш биреүсе - илһөйәрҙәр араһында Ғимран Байғужин да булды. «Ил өсөн мөһим сәйәси компанияла ҡатнашыу - һәр кемдең яуаплы бурысы» тине ул

Район мәҙәниәт йортонда 1927-се һайлау участкаһы ойошторолған, бында бюллетендәрҙе эшкәртеү буйынса ике комплекс ҡуйылған. Меңдән ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Бюллетендәрҙең 400-ө башҡорт телендә әҙерләнгән булыуы ла билдәле.

Ейәнсура районында һайлаусылар исемлегендә 19 меңдән ашыу кеше. Бөгөн күптәр участкаға ғаиләләре менән бергә килде. Һәр ауыл биреүсегә рәхмәт акцияһы сиктәрендә куар-билет тапшырылды.

Һайлауҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр айырым иғтибарға лайыҡ. Ейәнсурала улар 280 кеше. Гражданлыҡ бурысын үтәгән йәштәргә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Участкаларҙың береһендә, хатта, дәүләт символдары төшөрөлгән торт та бешерелгәйне. Унда ла Берҙәмлектә көс тигән хаҡ һүҙҙәр яҙылғайны

Ил президентын һайлау өс көнгә иҫәпләнгән, Ейәнсура районы участкаларында тәүге көндән үк халыҡтың әүҙемлеген билдәләргә мөмкин. Тәүге сәғәттәрҙә айырыуса өлкән йәштәгеләр күпләп килде.

Гөлназ Хәйбуллина