Башҡортостан район-ҡалаларында һайлау участкалары ваҡытында асылды

Иглин районында 43 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙа илле меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы. Иглин район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2013 -сө һайлау участкаһына Иглин ауылында теркәлгән ике мең ярымдан ашыу кеше тауыш бирергә киләсәк. Һайлауҙың беренсе көнөндә бында район активистары - «көмөш ирекмәндәр» иң беренселәрҙән булып килде. Иглин районы халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, сөнки улар киләсәкте һайлай.

Шишмә районында һайлаусылар иҫәбендә - 39 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү көндәрендә 54 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Шишмәлә һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәренән тыш, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша.

Рәсәй Президентын һайлауҙа тәүгә ҡатнашам. Һайлауҙа үҙ тауышыңды биреү мөһим тип уйлайым, илебеҙгә үҫеш теләйем.

Диана Әсәҙуллина, тауыш биреүсе