Рәсәй либерал-демократик партия ағзаһы гражданлыҡ бурысын үҙе йәшәгән йорт янындағы 156-сы һайлау участкаһында үтәне. Һайлауға ул фирҡәләш хеҙмәттәштәре менән килгәйне.
Эшлекле төркөм тауыш биргәндән һуң, башҡа участкаларҙағы һайлау тәртибе менән танышыуға юлланды. Участкалар һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары, видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған, шуға ла фальсификация осраҡтары мөмкин түгел, тине Дәүләт Думаһы депутаты. Иван Сухарев Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу - бәлиғ булған һәр гражданиндың намыҫлы бурысы, тип белдерҙе.