Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе ҡатыны менән Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашты

«Рәсәй президентын һайлау юридик яҡтан камил үтер тип уйлайым» - тип билдәләне Константин Толкачев. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе ҡатыны менән Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашты. Ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, президент һайлауы тәүге тапҡыр өс көн дауамында үтә, был һәр кешегә үҙенең конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы ваҡыт табырға һәм һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк.