Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов, комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты. Эксперттар иртәнге сәғәт 8-ҙән баш ҡала һәм райондарының бер нисә һайлау участкаһында булды, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге менән танышты, мөһим сәйәси ваҡиға барышын күҙәтте. Осрашыу барышында эксперттар тәҫьораттары менән бүлешеп, тауыш биреүҙә етешһеҙлектәр булмауын белдерҙе.