Республика халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостанда президент өсөн тауыш биреүҙең беренсе көнөндә участкаларға 1 миллион 76 меңдән ашыу кеше килгән. Был - тауыш бирергә хоҡуғы булғандарҙың 36 проценты. 8 районда - Асҡын, Балтас, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш һәм Федоровкала 50 процентлыҡ сикте үткәндәр. Рәсәй буйынса тәүге көндә халыҡтың 35 проценттан күберәге тауыш биргән.