Матур тур барышында хоккейсылар халыҡ менән осраша, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. “Салауат Юлаев” командаһы Октябрьскиҙа булды. Бөгөн Өфөлә көйәрмәндәр менән осрашыу ҡаралған, иртәгә Ишембайға баралар. Быға тиклем хоккейсылар Ҡырмыҫҡалы, Благовар райондары һәм Благовещен ҡалаһында осрашыуҙар үткәрҙе.