Өфө дәүләт нефть техник университеты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Бөгөн тарихи дата айҡанлы тантаналы ултырыш үтте, сараға уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусылар саҡырылды. Ҡунаҡтар алдында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу Абрамова сығыш яһаны, сәхнә йондоҙоноң атаһы Рәлиф Сафин ошо уҡыу йортонда белем алған.

Өфө дәүләт нефть техник университеты Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең абруйлы вуздарының береһе. Уҡыу йорто 75 йыл дауамында илдең сәнәғәт тармағын белгестәр менән тәьмин итә. Ошо йылдар эсендә университетты 30 мең студент тамамлаған. 2016 йылда уҡыу йорто илдең терәк вуздары исемлегенә инә. Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүсеһе лә булып тора. Коллектив заман менән бергә атлай, баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып яңы йүнәлештәр үҙләштерелә, заманса йыһазландырылған лабораториялар, оҫтаханалар асыла.

Өфө дәүләт нефть техник университетын кадрҙар усағы тип атарға мөмкин. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, Татарстандың беренсе Премьер-министры Мөхәмәт Сабиров, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефтсеһе, билдәле эшҡыуар Рәлиф Сафин һәм башҡа күп билдәле шәхестәр ошо уҡыу йортон тамамлаған. Рәлиф Сафин юбилей тантанаһына ҡыҙы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу Абрамова менән килгән. Сәхнә оҫтаһы ҡунаҡтарҙы моңло йырҙары менән һөйөндөрҙө, улар үҙҙәренең ғаиләһе исеменән университетҡа рояль бүләк итте. Уҡыу йорто үҫә, үҙгәрә, ти Рәлиф Рәфил улы.