Республика халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Стәрлебаш районындағы Грязновка ауылында йәшәгән берҙән-бер кеше һайлауҙа ҡатнашҡан.  Ул  92 йәшлек Валентина Школьникова. Һайлау участкаһы ағзалары хеҙмәт ветеранының өйөнә килгән. Ейәнсура районынан 100 йәшлек тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәғәфүрә Абдуллина ла Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан. Ул да гражданлыҡ бурысын йортонда үтәгән. Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылынан 82 йәшлек Гәүһәр Моталлапова һайлау участкаһына милли кейемдә барған. Шишмә районында Резеда һәм Николай Сницкийҙар ЗАГС-тан һуң тауыш бирергә килгән. "Моғайын, был тормошоғоҙҙағы иң иҫтәлекле көнөгөҙ булыр. Никах теркәү тантанаһынан тура һайлау участкаһына барыу икеләтә байрам. Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ, бәхет теләйбеҙ!" - тип яҙған социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан Хәҙисә Байғусҡароваға 96 йәш. Ул да өйҙә тауыш биргән.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт