Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар ихтыяж килеп сыҡҡанда консультация бирә, тәүге ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ ашығыс ярҙам табиптары бригадалары резервы әҙерләнгән. Участкала кемдер үҙен насар тойһа, 112 номерана шылтыраталар, тиҙ арала табиптар килеп етәсәк.