Радий Хәбиров әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүсе кешеләр менән таныштырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Күркәм кешеләр тормошо» рубрикаһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүсе кешеләр менән таныштыра. Был юлы төбәк етәксеһе Мәсетле районынан Яңылбика Зиннәтуллина менән Йәрмәкәй районынан Өммиә Миңнуллина тураһында яҙҙы.

Улар икеһе лә һуғышты кисерә, өлкәндәр менән бер рәттән илде тергеҙеүҙә ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Яңылбикә Зиннәтуллина һауынсы, сусҡа ҡараусы, һөт йыйыусы булып эшләгән. Фотоһы почет таҡтаһынан төшмәй. Ауылдаштары Яңылбика Насретдин ҡыҙын бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлай. Өммиә Миңнуллина ла бер нисә саҡырылыш депутаты була. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем район профсоюздар ойошмаһында баш бухгалтер булып эшләй. Уның хеҙмәте бер нисә тапҡыр почет грамоталары менән билдәләнгән. Яңылбикә менән Өммиә апайҙар - барлыҡ байрам һәм патриотик сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары. Улар бер тапҡыр ҙа һайлауҙы ҡалдырмай. Йәштәр өсөн был бик яҡшы өлгө. Оло быуын вәкилдәренә ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр ҡыуанысы теләйем. Һәр кемгә тыныслыҡ һәм изгелек, тип яҙған Башҡортостан башлығы.