Лилиә Ғүмәрова Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашты

Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашты. Ул Киров районының 144-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлауҙың икенсе көнөндә лә халыҡ әүҙемлек күрһәтә, тауыш биреүселәр ғаиләләре, балалары менән гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Һайлау барышын хоҡуҡ һаҡсылары, төрлө сәйәси фирҡә вәкилдәре күҙәтә. Лилиә Салауат ҡыҙы күп милләтле ил өсөн мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫҡа, ҡатмарлы осорҙа берләшергә, дуҫ-татыу булырға саҡырҙы.

Гражданлыҡ бурысын Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та үтәмәй ҡалманы. Артист Рәсәйҙең буласаҡ Президенты өсөн тауышын йәшәгән йорто эргәһендәге 107-се һайлау участкаһында бирҙе. Тәртипкә ярашлы, ул ябыҡ бүлмәлә тауышын теркәп, рәсми ҡағыҙҙы үтә күренмәле бюллетень эшкәртеү комплексына төшөрҙө. Фидан Ғафаров бер һайлауҙан да ситтә ҡалмай. Артист белдереүенсә, һайлауҙа ҡатнашыу - илдең һәр бер гражданының дәүләт һәм намыҫ бурысы. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәр әүҙемлек күрһәтергә тейеш, тине халыҡ артисы.