Ғөбәйҙуллиндар һайлауға бөтә ғаиләһе менән килде

Зөлфиә менән Рәфис Ғөбәйҙуллиндар шәмбе иртәһен буласаҡ Президент өсөн тауыш биреүҙән башланы. Улар Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан һайлау участкаларының береһенә барып, гражданлыҡ бурысын үтәне. Һайлауҙы күрергә балалары Арыҫлан, Аиша һәм Асҡар ҙа эйәрҙе. Был беҙҙең гражданлыҡ яуаплылығыбыҙ һәм киләсәккә ышанысыбыҙ, ти Ғөбәйҙуллиндар.